Стәрлетамаҡта 650 бала эвакуацияланды

Тулыраҡ: Стәрлетамаҡта 650 бала эвакуацияланды

Бөгөн Стәрлетамаҡтағы гимназияларҙың береһендә 650 бала эвакуацияланды.Мәктәп эсен төтөн баҫа башлағас, уҡыусыларҙы имен урынға сығарырға ҡарар ителә. Тиҙ арала уҡыу йортона 10 берәмек техника, 32 ҡотҡарыусы килеп етә. Улар ашханала ҡыҫҡа ялғаныш һәм шул сәбәпле төтөн сығыуын асыҡлай.