Ҡорал теркәлгән ғаиләләр иҫәпкә ҡуйыласаҡ

Тулыраҡ: Ҡорал теркәлгән ғаиләләр иҫәпкә ҡуйыласаҡ

Террорға ҡаршы комиссия ултырышында бөгөн Радий хәбиров шундай күрһәтмә бирҙе. Ул мәғариф объекттарын һаҡлауға арналды. Быйыл апрелдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында булған фажиғә һәр кемдән уяулыҡ талап итә. Радий Хәбиров мәктәптәрҙе һаҡлауҙы көсәйтергә һәм видео күҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырыуҙы дауам итергә ҡушты.