“Кобра-1600” робот комплексы

Тулыраҡ: “Кобра-1600” робот комплексы

Дәүләт обороһы заказы буйынса беренсе тапҡыр үҙәк хәрби округының инженер бригадаһына “Кобра-1600” робот комплексы сафҡа индерелә. Заманса робот шартлау ҡоролмаларын алыҫтан юҡ итеү мөмкинлеген бирә. Сценарий буйынса инженер бригадаһы ҡотҡарыусылары емерелгән бинаны таҙарта. Өйөм аҫтында шикле ҡумта табыла. Шартлау ҡоролмаһымы әллә ябай ҡумтамы икәнен асыҡлар өсөн улар ярҙамға кинологтар килә. Кинологтар емереклектәр араһында ҡулдан яһалған шартлатҡыс барлығын асыҡлай. Ярҙамға шунда уҡ саперҙар йүнәлтелә. Тәүҙә “Кобра-1600” техник-робот комплексы бара. Робот менән идара итеү махсус микроавтобус эсенән алып барыла. Робот шикле ҡумтаны махсус урынға күсерә. Артабан сценарий буйынса сапер сым һуҙып, тротил һала. Был күнекмәлә барлығы 10-ға яҡын һалдат ҡатнаша. Уларҙың һәр береһенә аныҡ бурыс йөкмәтелә. Белгестәр әйтеүенсә, робот эште күпкә еңеләйткән. Инженер бригадаһы һалдаттары әйтеүенсә, бындай күнекмәләр көндәлек эш кеүек. Тап улар ярҙамында яҡшы күрһәткестәргә һәм һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин. Үҙәк хәрби округында иң ҙур инженер бригадаларҙың береһе Башҡортостанда урынлашҡан. Улар күперҙәр төҙөүҙә, юлдар һалыуҙа әүҙем ҡатанаша.