“Тэфи-төбәк” телевизион конкурсында финалға сығыусылар исемлеге иғлан ителде

Тулыраҡ: “Тэфи-төбәк” телевизион конкурсында финалға сығыусылар исемлеге иғлан ителде

Краснодарҙа абруйлы “Тэфи-төбәк” телевизион конкурсында финалға сығыусылар исемлеге иғлан ителде. Улар араһында беҙҙең телекомпания ла бар. “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы ике номинацияла финалға сыҡты. “Спорт программалары” номинацияһында “Хоккей24” проекты һәм “Телевизион дизайн” номинацияһында “Рәсәй Мәҙәниәт Башҡортостан” телеканалы. Телеканал көн һайын эфирға сыҡҡан иртәнге программаларҙың һәм студияның, шулай уҡ автор рубрикаларының график биҙәлешен тәҡдим иткәйне. Быйыл “Рәсәй Мәҙәниәт Башҡортостан телеканалы” яңы студияла эш башланы. “Тэфи-Төбәк” конкурсының һуңғы этабы ноябрҙә Һамар ҡалаһында үтәсәк.