Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле Башҡортостанда күп балалы 45 мең ғаилә йәшәй. Уларҙың 24 меңгә яҡыны төрлө социаль ярҙам менән файҙалана. 2019 йылдан Башҡортостанда һигеҙ бала тәрбиәләгән ишле ғаиләләр 600 мең һум аҡса алыу хоҡуғына эйә. Республика Хөкүмәте һәм Хеҙмәт министрлығы тарафынан әҙерләгән закон проекты Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ултырышында ҡаралғайны.
Быйыл Башҡортостанда 5 мең 500 ғаилә күп балалы статусын алды
Тулыраҡ: Быйыл Башҡортостанда 5 мең 500 ғаилә күп балалы статусын алды