Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Владимир Путин Кремлдә Америка президентының милли именлек буйынса кәңәшсеһе Джон Болтон менән осрашты. Рәсәй президенты ике ил араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәр урынлаштырыуға ышаныс белдерҙе.

Төркиә президенты Рәжәп Эрдоган ғәрәп журналисы Джамаль Хашогджиҙы үлтереү алдан әҙерләнгән тип әйтергә етди нигеҙ бар, тине. Парламентта хакимлыҡ итеүсе фирҡә ағзалары алдында сығыш яһап ул Сәғүд Ғәрәбстанының Төркиәлеге консулы үҙ бурыстарын үтәй алманы, шуға ла беҙ уға тыуған иленә ҡайтырға тәҡдим иттек, тип белдерҙе. Сәғүд Ғәрәбстаны журналисты үлтереүҙе таныны. Әммә Төркиә Хашогджиҙың үлемендә ғәйеплеләрҙең барыһын да мәхкәмә алдына баҫтырыуҙы талап итә.

Керчьтағы колледжда 17 октябрҙағы һөжүмдән һуң уҡыуҙар башланды. Уҡыу йортона Ҡырым Республикаһы башлығы Сергей Аксенов һәм рәсәйҙең бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле татьяна Москалькова килде. Колледжға һөжүмдән 21 кеше һәләк булғайны.

Мехикола алкоголь продукцияһы етештереүсе фабрикала шартлау мәлен видеоға төшөрөп алғандар. Янғында бер кеше йәрәхәтләнгән. Ҡотҡарыусылар 2 мең эшсене һәм эргә-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәрҙе эвакуациялаған.