Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты юбилейына арналған халыҡ-ара форум дауам итә

Тулыраҡ: Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты юбилейына арналған халыҡ-ара форум дауам итә

"21 быуаттың мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре" исемле фәнни-ғәмәли конференцияһына илдең төрлө төбәктәренән, тиҫтәләгән сит илдәрҙән дин әһелдәре, ғалимдар, тарихсылар йыйылған. Ике көн дауамында улар ислам мәғарифы өлкәһендәге актуаль һорауҙар, уның тарихы, мәҙәниәте, дини ҡиммәттәрҙе тергеҙеү, йәштәргә тәрбиә биреү һәм экстремизмды иҫкәртеү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алыша. Ошо көндәрҙә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда Ҡөръән аяттары яңғырап, иман нуры менән тулыланды. Рухлы, абруйлы, кешеләр, дин әһелдәре йәмғиәтте босроған көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә Өфөгә йыйылды. "21 быуаттың мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре" исемле халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы 11-сы тапҡыр ойошторола. Быйыл иһә ул Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының 230 йылылығына бағышланған. Шуға форумдың Өфөлә үтеүе лә осраҡлы түгел. Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының баш мөфтөй резиденцияһы Өфөлә урынлашыуы Башҡортостанға тағы ла бер статус өҫтәй. Өфө - рәсми рәүештә “ил мосолмандары баш ҡалаһы” тигән исем йөрөтә. Өфөләге беренсе йәмиғ мәсетен ил мосолмандары өсөн төп дини йорт тип атау фарыз. Тарихи артефакттар менән рухи ҡиммәттәрҙе бергә һаҡлаусы. Шәйех-әль-ислам Тажетдин хәҙрәт тиҫтәләрсә йыл дауамында илдең баш мөфтөйө вазифаһын үтәй. Абруйлы дәрәжәгә ирешкән Тәлғәт Сафа улы бөгөн үҙе лә ҡотлауҙар ҡабул итә. Традицион ислам һағында торған билдәле шәхес 70 йәшен билдәләй. Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының сәскә атҡан мәле лә тап Тәлғәт Тажетдин етәкселек иткән осорға тура килә. Был турала Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров та ҡотлау һүҙҙәрен еткергәндә билдәләп үтте. Ике юбилейҙы үҙ эсенә алған сара илдең генә түгел, бөтә донъяның дин әһелдәрен, руханиҙарҙы берләштерҙе. Әйтергә кәрәк, ғилми-ғәмәли форум ислам тарихын һәм мәҙәниәтен төптән өйрәнгән белгестәрҙе әҙерләүсе федераль проект сиктәрендә үтә. Конференция һуңында резолюция ҡабул ителә һәм материалдарҙан йыйынтыҡ нәшер ителәсәк.