Бюджет халыҡ мәнфәғәтенән сығып төҙөлөргә тейеш

Тулыраҡ: Бюджет халыҡ мәнфәғәтенән сығып төҙөлөргә тейеш

Был турала Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров хөкүмәт ултырышында белдерҙе. Башҡортостандың төп финанс документы 2019 йылға 20 миллиард һум дефицит менән планлаштырылған. Сығымдарҙың күп өлөшө социаль тармаҡҡа тотонола.

Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлауға 20 миллиард һум, мәғарифҡа 46 миллиардтан ашыу, мәҙәниәткә – 6, спортҡа 2 миллиард һум тирәһе йүнәлтелә. Шулай уҡ Башҡортостандың 100 йыллығына юбилей объекттарын төҙөп бөтөүгә лә өҫтәмә сығымдар ҡаралған.

Кәңәшмә барышында Радий Фәрит улы министрҙар кабинетын Республика башлығы хакимиәтенең яңы етәксеһе Александр Сидякин менән дә таныштырҙы. Уға район етәкселәре менән бюджет проекты буйынса ныҡлап эшләү бурысын да йөкмәтте.