Өфөнөң йәш ғалимдары йорт хайуандары өсөн заманса оя эшләгәндәр. Йылытыу, елләтеү системалары, хәрәкәт датчиктары һәм башҡа үҙенсәлекле приборҙар — былар барыһы ла бер ҡумтала урынлашҡан. Уның ярҙамында йорт хайуандары кәм тигәндә 1 ай самаһы үҙ аллы йәшәй ала.
Ситтән ябай ҡумта булып күренһә лә, уның тиҫкәгә яҡын төрлө фунциялары бар. Йорт хайуандары өсөн тәғәйенләнгән ояла йылытыу, һауа алмаштырыу, ашатыу системалары, хәрәкәт датчиктары, йәғни йәнлек үҙ аллы йәшәй алһын өсөн бар уңайлыҡтар ҡаралған. Был оя өҫтөндә йәш ғалимдар өс ай самаһы эшләй.
Төрлө микросхемалар, датчиктар әҙерләйҙәр, хатта уның өсөн махсус программа ла яҙалар. Был оя автоном режимда кәмендә 1 ай самаһы эшләй ала. Иң мөһиме аҙыҡты теүәл һалырға, ти уйлап сығарыусылар. Әгәр ҙә эшкә китһәгеҙ, йорт хайуанын онлайн режимда видео күҙәтеү аша ҡарарға мөмкин.
Был проект Рәсәй кимәлендә ойошторолған “Шустрик” конкурсында беренсе урын, ә халыҡ-ара ярышында алтын миҙалға лайыҡ була. Проект етәксеһе әйтеүенсә, улар бының менән генә туҡтарға йыйынмайҙар. Оҙаҡламай йәш ғалимдар был проектҡа патент алырға ла уйлай. Бәлки тап улар уйлап сығарған оялар оҙаҡламай бөтә донъяла ҙур танылыу яулар.