Жюри ағзалары киске сәғәт алтыға тиклем бәйгеселәрҙең сығыштарын баһалай. Фестиваль төбәктең, Рәсәй һәм сит илдең ауыҙ тел ижады өлгөләрен башҡарыусылары араһында бәйләнеш булдырыу йәһәтенән һәм 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаға әҙерләнеү маҡсатында үткәрелә.
Сәхнәлә Хәйбулла районынан Фәниә Арыҫланова. Ул ҡобайырҙар яҙа һәм Урал батыр эпосын тотошлай тиерлек белә. Ауыҙ-тел ижады өлгөләре быуындан-быуынға тапшырыла килеүе арҡаһында ғына юғалмай. Тәүге сәсәндәр фестиваленең еңеүсеһе Илһам Байбулдин был бәйгегә үҙенең ике туған ҡустыһын әҙерләп ебәргән.
Фестивалгә иң ҙур төркөм Саха республикаһынан килгән. Эшҡыуар Людмила Цой үҙе кеүек үк халыҡ ижадына ғашиҡ милләттәштәрен туплап Дьолуо этно төркөмөн аса. Бәйге шарттары буйынса һәр ҡатнашыусы мотлаҡ үҙ милләтенең эпосынан өҙөк башҡарырға тейеш. Яҡуттар үҙ фольклорының төп урынын алып торған олонхоны башҡарҙы. Коми, Дағыстан, Марий Эл Республикаларынан, Ханты-Манси автономиялы округынан һәм Башҡортостандан – барыһы 54 бәйгесе иң көслө сәсән исеме өсөн көрәшә.
Жюри комиссияһын күренекле милләттәшебеҙ, сәсәниә Розалия Солтангәрәева етәкләй. Башҡортостан сәсәндәре өсөн был фестиваль икеләтә һынау. Район-ҡалаларҙа эшләп килгән сәсән мәктәптәренә уларҙың сығыштары һөҙөмтәһе менән халыҡ һәм өлгөлө коллектив исемдәре тәғәйенләнәсәк.
Фестивалдә ҡатнашыусылар бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына спектакль ҡарарға бара, баш ҡаланың иҫтәлекле урындарына экскурсияларға йөрөй. Ә иртәгә киске сәғәт алтыла тамашасыларҙы Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле залында Гала-концертта көтә.