Континенталь хоккей лигаһында сираттағы уйындар үтте. Салауат Юлаев командаһы үҙ боҙонда Санкт Петербургтың СКАһын ҡабул итте. Осрашыу юлаевсылар файҙаһына 2:1 иҫәбенә тамамланды.
Был матч Өфө командаһы өсөн көсөргәнешле булды. Һуңғы минуттарҙа Линус Умарк ярҙамы менән Теему Хартикайнен еңеүгә килтергән икенсе шайбаны башы менән индерҙе.
Әле Николай Цулыгин дружинаһы 28 мәрәй менән Көнсығыш конференцияһнда дүртенсе баҫҡыста килә. Киләһе йәкшәмбе, 28 октябрҙә Салауат Юлаев Подольскиҙан “Витязь” командаһы менән көс һынаша.