Бөгөн республика онкология диспасерында заманса технологияларға нигеҙләнгән яңы системаны презентацияланылар. Палатаға ҡуйылған саҡырыу системаһы пациентҡа кәрәк саҡта ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ярҙамға саҡырыу мөмкинлеген бирә. Тәү ҡарауға ябай ғына яҡтыртҡыс булып күренгән ҡоролма, ысында кешенең ғүмерен ҡотҡарыусы система. Уның төҙөлөшө һәм эшләү тәртибе лә ябай – палаталағы пациентҡа пульттағы ҡыҙыл төймәгә баҫыу ғына кәрәк. Постта ултырған шәфҡәт туташына ошондай сигнал килеп етеүе палаталағы берәй пациентҡа уның ярҙамы кәрәк тигәнен аңлата. Шәфҡәт туташы тиҙ арала үҙен насар тойған пациент янына бара. Әгәр ҙә уның ярҙамы ғына етмәһә, шул уҡ төймәгә баҫып, тағы ла бер шәфҡәт туташын, йә табипты саҡыра ала. Был бүлектә башлыса 50-60 йәште үткән өлкән йәштәге пациенттар операциянан һуң реабилитация үтә. Ә дежурҙа торған шәфғәт туташы бер юлы барыһы артынан да күҙәтеп өлгөрмәй. Шуға ла был системаны тап операциянан һуң дуауалау палатаһына ҡуғандар. Пациентҡа ҡыйын булып, төймәгә баҫа алмаһа, шнурзы розетканы тартып сығарыу ҙа етә. Ул еңел генә алына, сөнки магнит ярҙамында ғына йәбешеп тора. өҫтәүенә розетка Алынғас та, сигнал эшләй башлай. Бөгөн республика клиник онкология диспасерында йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм етештереүселәр ҡатнашлығында ошо заманса технологияларға нигеҙләнгән яңы системаны презентацияланылар. Әлегә ул тест режимында эшләй һәм бер палатала ғына бар. Тиҙ ярҙам саҡырыу системаһын бер палатаға урынлаштырыу өсөн бер миллион һумдан ашыу аҡса талап ителә. Ә диспансерҙағы был тәүге ҡоролманы мәрхәмәтле ватандаштарыбыҙ бүләк иткән. Башҡортостан онкология ауырыуҙарынан үлем осраҡтары буйынса Рәсәйҙә тәүге урындарҙа килеүен иҫәпкә алғанда, медицина персоналының эшен еңеләйткән һәм пациентҡа ярҙамға килеү ваҡытын тиҙәйткән ошондай заманса системалар был күрһәткесте үҙгәртергә ярҙам итер, тип өмөтләнә табиптар.
Республика онкология диспансерында заманса технологияларға нигеҙләнгән яңы система
Тулыраҡ: Республика онкология диспансерында заманса технологияларға нигеҙләнгән яңы система