Йәш ғалимдар үҙенсәлекле япма уйлап тапҡан

Тулыраҡ: Йәш ғалимдар үҙенсәлекле япма уйлап тапҡан

Өфө дәүләт авиация-техник университетының йәш ғалимдары төрлө ҡоралдар өсөн ҡыҙыҡлы япма уйлап тапҡан. Был уйлап сығарылған ысул киҫеү-ҡырҡыу ҡоралдарының үткерлеген ете тапҡырға арттырасаҡ, ти улар. Инженер- технолог һөнәрен үҙләштергән йәш ғалим – Алмаз Назаров лабораторянан тәүлек әйләнәһенә сыҡмай тиерлек. Сөнки бында эшләнгән әйберҙәрҙең сифатын күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап торорға кәрәк. Вакумлы ион-плазмалы ҡоролмаларҙа машиналарға, төрлө деталдәргә махсус ҡатлам эшләп сығаралар. Был материал деталде һаҡлай һәм оҙағыраҡ хеҙмәт итергә ярҙам итә. Лаборатория ике йүнәлештә эшләй. Беренсе ҡоролмала деталдәрҙе азот ярҙамында киҫһәләр, икенсеһендә әҙер өлөштәрҙе махсус япма менән ҡаплайҙар. Ғалимдар билдәләүенсә, һуңғы биш йылда лаборатория составында металл булған ҡоралдарҙы /инструменттарҙы/ ябайлаштырыу менән шөғөлләнә. Киләсәктә йәш белгестәр республиканың ҙур ойошмалары менән дә хеҙмәттәшлек итергә йыйына.Бында етештерелгән махсус япманың ҡалынлығы 1 микрометрҙан 3 микрометрға тиклем. Ғалимдар билдәләүенсә, ул хатта кеше сәсенән дә нәҙегерәк. Ундай япма деталдәрҙе таушалыуҙан биш тапҡырға нығыраҡ һаҡлаясаҡ.