«Таланттар йондоҙлоғо» – йылдан-йыл Башҡортостандың иң һәләтле балаларын асыҡлаусы уникаль фестиваль. Ул йәш йырсыларға, бейеүселәргә, музыканттарға киң офоҡтар аса һәм төбәктең төрлө район, ҡала, ауылдарында йәшәүсе йондоҙҙарҙы барлай, үҙ һәләттәрен раҫларға ярҙам итә, профессиональ сәнғәткә шәхестәр үҫтерә.
Быйылғы фестиваль дә бик күп яңы исемдәрҙе асты, эшләп килгән коллективтарҙың һөҙөмтәле булыуын иҫбатланы. Өфө балалар сәнғәте мәктәбенең “Бейеү формулаһы” ансамбле 2015 йылда “өлгөлө” коллектив исемен алып, быйыл был юғары исемде яҡлауға иреште. Төрлө йәштәге, төрлө ғаиләлә үҫкән, төрлө милләт балаларын бейеү берләштерә. Коллективҡа нигеҙ һалыусы һәм уның алмаштырғыһыҙ етәксеһе Ирина Плотникова тормош иптәше менән иңгә-иң терәп инде 50 йыл “Бейеү формулаһы” ансамблен етәкләйҙәр. Ҡыҙҙар һәм малайҙар менән дәрестәр айырым үтә. Башта һығылмалылыҡҡа күнекмәләр. Ә аҙаҡ бейеү элементтары өҫтөндә эш һәм, балаларҙың иң яратҡан дәрес өлөшө, бейеүҙәрҙе ҡабатлау. Малайҙарҙың дәрес башҡараҡ үтә — ысын ир-егеттәрсә. Көс, таһыллыҡ талап иткән хәрәкәттәргә өҫтөнлөк. Николай Плотников, теүәл башҡарылғанға тиклем, һәр хәрәкәтте ҡат-ҡат ҡабатлаттыра. Иҫ киткес көсөргәнеш һәм ҙур яуаплылыҡ бәләкәстәрҙең иңдәрендә. Ансамблдең киләсәге тап уларҙың оҫталығынан тора. “Бейеү формулаһы” ансамблендә шөғөлләнгән 70-тән ашыу бала ошо көндәрҙә “өлгөлө” коллектив исемен йөрөтөүгә лайыҡ булыуҙарын тағы ла бер иҫбатланы. Юғары исемде улар инде өс йыл йөрөтә.
Республикала меңдән ашыу коллектив “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемдәрен йөрөтә. Улар һәр йыл был исемдәрен яҡлай килә. «Таланттар йондоҙлоғо» фестивале республикала йыл әйләнәһенә бара. Әлегә ул алтмыштан ашыу муниципаль берәмектә үткән. Иң өлгөлө коллективтар 30 ноябрҙә Өфөлә Конгресс-холл бинаһында сығыш яһаясаҡ.