Радий Хәбиров ике көнлөк эш сәфәре менән Урал аръяғы райондарында булды. Халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе ул үҙ күҙҙәре менән күрҙе һәм тейешле күрһәтмәләр бирҙе.
Халыҡ менән аралашҡанда һәр кем тиерлек Республика етәксеһенә аһ-зарын һөйләп ҡалырға тырышты. Мәсьәләләр күп, улар эҙмә-эҙлекле хәл ителәсәк, тине Радий Фәрит улы.