Урал аръяғына эш сәфәренә республика етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә йомғаҡ яһаны.
Башҡортостандың юл предприятиеларына яңы бурыс – ойошмалар яҡын арала заманса техника алырға тейеш. Респуликала кисә яуған тәүге ҡар был өлкәлә хәл ителәһе мәсьәләләр бихисап булыуын күрһәтте. Шуға ла кәңәшмә республика юлдарындағы хәлгә байҡау яһауҙан башланды. Асыҡланыуынса, кисә М5 һәм М7 трассаларының Башҡортостан аша үткән өлөштәрендә, шулай уҡ, райондар һәм ҡалалар араларындағы юлдаҙға тығындар барлыҡҡа килгән, ҡар һырынтылары түшәлеүе һәм водителдәрҙең тиҙлек режимын үтәмәү арҡаһында төбәктә 16 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Ғөмүмән, һуңғы туғыҙ ай эсендә аварияларҙа һәләк булыусыларҙың һаны 8 процентҡа артып, 389-ға еткән.
Радий Хәбиров күтәргән тағы ла бер мәсьәлә — ул Башҡортосанда карьерҙарҙы, бигерәк тә, тәбиғәттең файҙалы ҡаҙылмаларын таба торған урындарға һаҡсыл ҡараш. Барлыҡ карьерҙар, ҡом-таш сығара торған урындар һәм уларҙан алынған килем Башҡортостан файҙаһына булырға тейеш. Ошондай ҡарар Рәдий Хәбировтың Урал аръяғына эш сәфәренән һуң ҡабул ителде. Радий Фәрит улы Баймаҡтағы таш руднигына барғанда төшөрөлгән видеояҙманы ла ҡарарға тәҡдим итте. Ундағы емерек юлдар, ташландыҡ ерҙәр, сүплек өйөмдәрен күреп, йылдар буйына барлыҡҡа килгән асыҡтан-асыҡ етди проблема барлығын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте Радий Фәрит улы. Тәбиғәтте ошондай аяныслы хәлгә килтергәнсе, ҡурғандарҙың эшкәртелмәүе күпкә яҡшыраҡ, тине ул. Шуға ла рудниктарҙы эшкәртеүсе компанияларға яңы лицензиялар биреүҙе туҡтатырға, ә булғандарын тикшерергә һәм бының өсөн эшсе төркөм булдырырға ҡушылды.
Кәңәшмәлә күтәрелгән һорауҙар рәтендә тәбиғи яғыуылыҡҡа, торлаҡ-комуналь хужалыҡтарының эшмәкәрлегенә һәм көнкүреш хеҙмәттәренә бурыстарҙы ҡайтарыу. Бюджет өлкәһенә лә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды. Атап әйткәндә, республикаға инвестициялар һәм федераль бюджеттан аҡсалар йәлеп итеү. Икенсе йыл рәттән, инвестицияларҙың кәмеүе күҙәтелә. Шуға ла Радий Хәбиров был һорауҙы үҙенең шәхсән күҙәтеү аҫтына алып, “инвест сәғәт” тип аталған республика башлығы ҡатнашлығында консультациялар ойошторорға тәҡдим итте. Хөкүмәт ултырышында ҡаралған һорауҙарға яуап теүәл бер аҙнанан табылырға тейеш.
Радий Хәбиров министрҙар кабинеты, ведомстволар етәкселәре алдында ошондай ҡәтғи бурыстар ҡуйҙы. Тимәк, теүәл ете көндән Башҡортостандың алдағы ҡышға әҙерлеге, юл-транспорт системаһы приедприятиеларының бөгөнөгө хәленә аныҡлыҡ индереләсәк. Һәм тағы ла мөһим проект “инвест сәғәт” программаһы уҡтары ла үҙ ваҡытын һанай башлаясаҡ.