Тәүге ҡар-тәүге һынау

Тулыраҡ: Тәүге ҡар-тәүге һынау

Республикала тап автомобилсе көнөндә ҡар яуҙы. Юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килде. Күпселек автоһәүәҫкәрҙәрҙең йәйге тәгәрмәстәрен ҡышҡыға алмаштырмауы сәбәпле бихисап авариялар теркәлде. Юлдарға ҡар һырынтылары һалыныуы арҡаһында федераль һәм республика әһәмиәтендәге юлдарҙа тығындар барлыҡҡа килде.

Республиканың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Башҡортостан юлдарында 16 аварияла 20 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Синоптиктар төбәктә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы тураһында алдан уҡ иҫкәрткәйне. Һауа шарттарының ҡапыл үҙгәреүе сәбәпле ҡаланың коммуналь хеҙмәткәрҙәре көсөргәнешле режимда эшләне.