Мәктәп автобусында иҫерек водитель

Тулыраҡ: Мәктәп автобусында иҫерек водитель

Бөгөн Стәрлебаш районында мәктәп автобусы менән идара иткән иҫерек водитель тотолоуы тураһында билдәле булды. Бер ауылдан икенсе ауылға һигеҙ баланы алып китеп барғанда уны полиция хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Водителгә ҡарата административ протокол төҙөлгән. Был водителгә рейсҡак сығырға рөхсәт биргән етәксегә лә административ яуаплылыҡ янай.