Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжында белем алыусы ике студент хәҙер психолог ярҙамына мохтаж. Асыҡланыуынса, ҡыҙҙарҙың уҡытыусыһы уларҙы фатирына саҡырып, бәйләнә башлаған. Ҡыҙҙар сығып ҡасҡас, ир уларҙы бурлыҡта ғәйепләй. 16 йәшлек ҡыҙҙар уҡытыусы фатирына ниндәй маҡсат менән барған? Ир кеше был хәлде нисек аңлата?
Беренсе курс студенттарына хәҙер уҡыу программаһын үҙләштерер өсөн өйҙә үҙаллы шөғөлләнергә тура килә. Улар колледжға барыу ғына түгел, ә өйҙән сығырға ла ҡурҡа. Ике әхирәт һүҙҙәренсә, октябрь башында 62 йәшлек оло уҡытыусылары уларҙы фатирына саҡыра һәм бәйләнә башлай. 16 йәшлек ҡыҙҙар уҡытыусы менән тәүҙә яҡшы мөнәсәбәттә булған. Ул студенттарға зачет тапшырыу эше менән һеҙгә ярҙам итәсәкмен, тип тә ышандырып йөрөгән. Фатирына ла ул ҡыҙҙарҙың бер ҡатлы булыуҙарын файҙаланыпмы, уҡыу программаһын ҡарарға тигән маҡсат менән саҡырған.
Балиғ булмаған ҡыҙҙар һөйләүенсә, өйҙән көс хәлгә сығып ҡасҡас, бер нисә минуттан ирҙең ҡатыны шылтыратып, уларҙы бурлыҡта ғәйепләй башлаған. Тәүҙә уҡытыусы үҙе шылтыратып, ҡыҙҙарға нимә булғанын бер кемгә лә һөйләмәүҙе үтенгән. Йөҙ меңдән ашыу һумға биҙәүестәр урлауҙарында ғәйепләнгәнс, ҡыҙҙар был хәлде ата-әсәләренә түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. Студенттар һүҙҙәренсә, 62 йәшлек уҡытыусы колледжда башҡа ҡыҙҙарға ла бәйләнеп йөрөгән. Ә уҡытыусы иһә ул көндө арҡам ауырта ине, шуға ла ҡыҙҙар үҙҙәре машина саҡыртып өйгә тиклем оҙатырға тәҡдим итте, тип белдерә.
Ата-әсәләрҙе иһә уҡытыусының медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итмәйенсә, студенттар ярҙамынан баш тартмауы аптырашта ҡалдырҙы. Зыян күреүселәр адвокат яллаған. Улар уҡытыусыға енәйәт эшен ҡуҙғатыуҙарын һорай. Ун алты йәшлек ҡыҙҙар хәҙер психолог ярҙамына мохтаж. Әйткәндәй, улар был колледжтан тиҙ арала документтарын алырға ниәтләй.