Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Американың Массачусетс штатында баптистар сиркәүе янып көлгә әйләнгән. Бынан 150 йыл элек төҙөлгән ҡорамдың иң бөйөк нөктәһенә йәшен атҡан. Янғын шунан башланған тигән фараздар бар. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй.
  • Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мосолман кеймендә йөрөгән ике ҡатынға штраф һалған өсөн Франция етәкселеген ҡаты тәнҡитләне. Ике ҡатын да ялыу менән ойошмаға мөрәжәғәт иткән булған. Берләшкән Милләттәр ойошмаһының кеше хоҡуҡтары буйынса комитеты ҡатындарға штрафтарҙы кире ҡайтарырға ҡушҡан. Рәсми Париж башҡарылған эш тураһында ойошмаға 180 көн эсендә хисаб бирергә тейеш.
  • Ҡойма ямғырҙар сәбәпле Туапсе ҡалаһын һыу баҫҡан. Был кадрҙарҙан күренеүенсә, автомобилдәр һыу аҫтында ҡалған, ә ҡала урамдары тау йылғаларын хәтерләтә. Ағым шул тиклем көслө, хатта бетон ҡоймаларҙы ла ағыҙып алып киткән. 140 кеше эвакуацияланған. Ҡалала ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән.