Автобус илле урынға иҫәпләнгән. 560 саҡырымды ул 10 сәғәттә үтә һәм Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалаларында, Мораҡ һәм Иҫәнғолда туҡталыш яһай. Беренсе пассажирҙар бөгөн „Көнъяҡ„ автовокзалдан иртәнге сәғәт ете тула ун минуттан юлға сыҡты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә Республика етәксеһе Радий Хәбиров “Башавтотранс” компанияһы автобустарының Хәйбулла районына даими рейстарҙы туҡтатауына ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Ниһәйәт, был мәсьәлә тиҙ арала хәл ителде.
Бөгөн Өфө-Аҡъяр маршруты буйынса автобус юлға сыҡты
Тулыраҡ: Бөгөн Өфө-Аҡъяр маршруты буйынса автобус юлға сыҡты