Республика хужалыҡтарында көнбағыш һуғыу кампанияһы дауам итә. Күгәрсен районы хужалыҡтарының береһендә көнбағыш уңышы бер гектарҙа 40 центнерға етә. Район буйынса көнбағыштың уртаса уңышы 10 центнерҙан ашып китә. Был күрһәткестәр былтырғынан күпкә юғары. Фермерҙар әйтеүенсә, яҡшы уңышҡа һәр хужалыҡ ирешә ала. Иң мөһиме ваҡытында сәсергә һәм ерҙе эшкәртергә кәрәк.
Күгәрсендә 1 гектарҙан 40 центнер көнбағыш һуғалар
Тулыраҡ: Күгәрсендә 1 гектарҙан 40 центнер көнбағыш һуғалар