Мин илһөйәр

Тулыраҡ: Мин илһөйәр

Өфөлә “Мин-илһөйәр” төбәк йәмәғәт ойошмаһы үткәргән “Минең ғаиләм ҡомартҡыһы” конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде. 2016 йылдан алып уҙғарылған был конкурс ҙур мөмкинлектәр аса. Быйыл иһә ике йөҙҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы һәм студенттар ҡатнашты. Тарих биттәренә йәнә байҡау яһарға ярҙам иткән конкурста ололар ҙа ихлас күңелдән үҙ ижади эштәрен ебәргән. Ҡатнашыусылар үҙ шәжәрәләрен өйрәнеп, ата-бабалар тормошо тураһында проекттар ебәрергә тейеш ине. Быйыл ете еңеүсе билдәләнде. Тантанаға алыҫ районда йәшәүселәр ҙә килде. Улар грамота һәм сертификаттар менән бүләкләнде. Йылдан-йыл байый барған конкурста үҙ эшеңде күрһәтеү илһөйәрлек рухын үҫтереүгә ярҙам итә, тип белдерә ойоштороусылар.