Радий Хәбиров төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты

Тулыраҡ: Радий Хәбиров төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты

Мәскәүҙә Республика етәксеһе Радий Хәбиров төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Виталий Мутко үткәрҙе. Ултырышта киләһе йылға федераль бюджет проекты, 2020 һәм 2021 йылдарҙа бюджет-ара мөнәсәбәттәр, милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу барышы, ил субъекттарында магистраль инфраструктураны яңыртыу һәм киңәйтеү мәсьәләләре тикшерелде. Ултырышҡа йомғаҡ яһап Радий Фәрит улы унда һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа, ҡала мөхитенә, энергетика һәм юл инфрастуктураһына бәйле һөйләшеү булды тип белдерҙе.