Ауылда ул элиталы хеҙмәттәр иҫәбендә. Дүрт тиҫтә йыл фермала эшләгән Зинаида Сухорева һауынсы хеҙмәтенә тоғро. Хеҙмәт кенәгәһендә бер яҙыу – һауынсы. 1978 йылда һигеҙ класс тамамлап фермаға эшкә килгән 15 йәшлек ҡыҙ бында 40 йылға ҡала. Ул саҡтағы Салауат исемендәге колхоз ошо арауыҡта тиҫтәләгән төрлө үҙгәреш кисерә. 40 йыл элек 25 һауынсыны берләштергән 22 төркөм өс сменаға бүленеп һәр береһе ҡул менән 20 һыйыр һауып ҡына ҡалмай. 40 литрлы фляга менән һыу килтереп мал йыуа, ҡапсыҡлап он ташып уға ашарға һала, көрәкләп тиреҫ ташлай, һөт һауып алғандан һуң быҙау ҡарай. Барыбер күңелле ине, ти Зинаида Николаевна. Бер мәл колхоз тарҡалып һөнәрҙең бәҫе төшөп торҙо, бөгөн иһә барыһы ла яҡшы. Һөткә ихтыяж ҙур, фермала уңайлы. Хужалыҡ етәкселеге хеҙмәт шарттары ғына түгел, эшсәндәрҙең шәхси хужалығы һәм кәйефен дә хәстәрләй. Йыл һайын тиҫтәләгән кешегә шифаханала сәләмәтеген нығытыу мөмкинлеген бирә. Элекке колхоздың исеменә тоғро Салауат йәмғиәтендә 6 мең гектар ер, мең дә дүрт йөҙ баш эре мал, шуның алты йөҙө һауын һыйыр. Ауыл хужалығы тармаҡтарының барыһы ла өҫтөн, ти Василий Иванович. Иң мөһиме эш механизациялы яйға һалынған. Һауынсылар ун йыл инде автомат ҡуллана. Ҡул менән һауаһыңмы, машинамы, һәр һыйыр үҙенә айырым иғтибар талап итә. Зинаида Николаевна уларҙың иллеһенә лә көн дә ваҡыт таба. Һыйырҙар таҙа, күңелдәре көр, көнөнә 23 ярым литр һөт бирәләр. Зинаида Николаевна шәхси хужалығын да бөхтәлектә тота. Ике һыйыр, ат, ваҡ мал, ҡош-ҡорт, баҡса. Яңғыҙы дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Улдарының береһе малсы, икенсеһе механизатор, өлкән улы менән ҡыҙы төҙөүселәр. Биш йыл элек бергәләп иркен йорт һалып сыҡҡандар. Бар уңайлыҡтар өйҙә. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы алдынан Зинаида Сухорева республиканың юғары дәүләт наградаһына лайыҡ. Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн бөгөн ул Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исемен алды. Алдынғы һауынсы хаҡлы ялға ашыҡмай. Башҡаларға өлгө күрһәтеп, ауылдағы элиталы һөнәрҙе киң танытып, яңы көс-дәрт менән артабан эшләргә әҙер. Хеҙмәтемде яратам, ти Зинаида Николаевна.
Был һөнәргә бөтөү хәүефе янамай
Тулыраҡ: Был һөнәргә бөтөү хәүефе янамай