Новосибирскийҙа тиҙ ярҙам машинаһы шлагбаум ҡуйылыу сәбәпле ауырыу йәшәгән йорт ихатаһына инә алмаған. Табип оҙаҡ уйлап тормаған шлагбаумды һындырған. Һөҙөмтәлә датчиктар сафтан сыҡҡан. Һуңынан йортта йәшәүселәр һәм табиптар араһында килеп тыуға вәзғиәт тыныс юл менән хәл ителгән.
Мәскәүҙә тәүге тапҡыр Маргарита Симоньян сценарийы буйынса режиссер Тигран Кеосаяндың “Ҡырым күпере. Мөхәббәт менән эшләнгән” романтик комедияһы күрһәтелде. Фильмда мөхәббәт тарихы ярымутрау тарихы менән бергә үрелеп бара. Быға тиклем таҫма “Евралия күпере” халыҡ-ара кино фестивалендә күрһәтелгәйне.
Яңы Зеландия парламенты ер тетрәү сәбәпле ултырышын кисектерергә мәжбүр булған. Бер сәйәсмән сығып ялҡынлы телмәр тота башлағас парламент бинаһы һелкенә башлаған. Ер тетрәү көмө Рихтер шкалаһы буйынса 6 балдан ашып киткән.
Венецияның тарихи үҙәген 75 процентҡа һыу баҫҡан. Диңгеҙ кимәленән һыу метр ярымға күтәрелгән. Венетто төбәгендә һәм Италияның башҡа өлкәләрендә ғәҙәттән тыш хәл индерелгән.