Башҡорт балына ҡаршы һөжүм

Тулыраҡ: Башҡорт балына ҡаршы һөжүм

Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге Красноярск крайының стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар ойошмаһын судҡа бирҙе.Красноярск белгестәре Башҡортостан балын түбән сифатлы тип тапҡайны. Эксперттар Мәскәү, Новгород, Свердловск, Новосибирск өлкәләре, Алтай, Краснодар, Красноярск крайҙары һәм Башҡортостан балдарын баһалаған. Экспертиза күрһәткестәре буйынса, башҡорт балы иң һуңғы урынды алған. Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры әйтеүенсә, Красноярск крайында урынлашҡан сауҙа селтәрҙәре башҡорт балы менән тәьмин ителмәй. Шуға ла беҙҙең милли бренд булған балға ниндәйҙер баһа биреү төптән дөрөҫ түгел.