Өфөлә Салауат Юлаев проспектында урынлашҡан Әр-Рәхим мәсете төҙөлөшө тергеҙелә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров булышлығы менән был мәсъәлә ентекле өйрәнелә. “Урал” хәйриә фонды советы ултырышында мәсет төҙөлөшөн финанслауҙы тергеҙергә ҡарар ителде. Ошо турала республика хөкүмәтенә лә хәбәр ителде. Дини объектты иғәнәләүҙең төп шарты-бүленгән аҡсалар маҡсатҡа ярашлы тотонолорға тейеш. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2012 йылдан алып мәсет “Урал” хәйриә фонды аҡсаһына төҙөлдө. 2016 йылда Европалағы иң ҙур дини объектты төҙөү туҡтатылғайны. Хәйриә фондының рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, башҡа проекттарҙы финанслау сикләнәсәк. Фонд етәксеһе Мортаза Рәхимов, ошо көндәрҙә беҙҙең каналға биргән интервьюһында,төҙөлөштө ҡыҫҡа ваҡытта тамамлау өсөн мөмкинлектәр бар, тип белдергәйне.
Әр-Рәхим мәсете төҙөлөшө тергеҙелә
Тулыраҡ: Әр-Рәхим мәсете төҙөлөшө тергеҙелә