Һаҡ булығыҙ айыуҙар: кушнаренко районының Баҡай ауылына тайыш табандар һөжүм иткән

Тулыраҡ: Һаҡ булығыҙ айыуҙар: кушнаренко районының Баҡай ауылына тайыш табандар һөжүм иткән

Урындағы халыҡ урман-ҡырҙарға барырға ҡурҡа. Ауылға айыуҙарҙың яҡынлашыуын Баҡайлылар тәүгегә күҙәтә. Бындай ғәҙәти булмаған хәл урындағы халыҡты хафаға һала. Ауыл ситендә яңғыҙы йәшәгән Ғәзимә Моратова өсөн йыртҡыс хайуандың яҡынға килеүе бигерәк тә хәүефле. Тайыштабан ауылдан бер-нисә генә саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан умарталыҡтарға һөжүм итеп тә өлгөргән.Умарталыҡты ҡыйратыуҙа айыу ғәйепле икәнен уның эҙҙәренән генә белгәндәр. Кәрәҙҙәрҙең береһендә хайуандың табанын танырға мөмкин. Ас хайуан умарталыҡҡа бер-нисә тапҡыр килеп киткән. Тәүҙә өсөшәр умартаны, аҙаҡ инде туғыҙын туҙҙырып ташлаған. Шәхси хужалыҡҡа килгән зыян ҙур, төҙәтеүгә яраҡһыҙ рамдар ҙа бихисап, ти умартасы. Татлы һыйға тәмлетамаҡтар тиҙ өйрәнгән, хатта урман аша умарталыҡҡа һуҡмаҡ һалған. Хайуандың яңғыҙ түгеллеген эҙҙәре лә, шаһиттар ҙа дәлилләй. Был килеп тыуған хәлде ҡатмарлаштыра ғына. Сөнки балаларына аҙыҡ табыу өсөн инә айыу бөтәһенә лә әҙер. Айыуҙарҙың умарталыҡҡа ҡабаттан килеүе ихтимал. Бал ҡорттарын һаҡлар өсөн төрлө саралар күрелә. Радиоалғыстың тауышы, һәм ҡояш батареяһы менән яҡтыртыу был биләмәлә кеше барлығын иҫкәртер тигән өмөттә умартасы. Әммә был ҡорамалдар ҡырағайҙарҙы туҡтатырмы, юҡмы әлегә билдәһеҙ. Күрше Байталлы ауылы халҡы ла айыуҙарҙы күргән. Кешеләр быны йәйге көндәрҙең эҫе тороуы, урмандарҙа йәнлектәргә аҙыҡтың әҙ булыуы менән аңлата. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда һоро айыуҙың ауылдарға инеү осраҡтары ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Һуңғы ваҡытта бындай ваҡиғалар Стәрлебаш һәм Шишмә райондарына хас. Иглин районында ла һоро айыуҙарҙың күбәйеүе күҙәтелә. Ә быйыл йыртҡыстарҙың Кушнаренко районында килеп сығыуы көтөлмәгән хәл. Был яҡтарҙа айыуҙың осрағаны юҡ ине әле. Айырыуса йәй миҙгелендә урманға юлланыусылар күп. Көтөлмәгән күңелһеҙ хәлдәргә осрамаҫ өсөн, тирә-яҡты күҙәтеп йөрөү, ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белеү зарур.