Греция Халыҡ-ара валюта фондына 1 миллиард 540 миллион һум аҡса күсермәй дефолт иғлан итте. Валюта фондында был мәғлүмәтте раҫланылар. Шулай итеп, үҫешкән иҡтисады булған Греция дефолт иғлан иткән тәүге ил.
Индонезия хәрби-транспорт самолеты һәләкәтендә 141 кеше һәләк булған. Был турала бөгөн донъяның мөғлүәмт агентлыҡтары хәбәр итә. Әлегә бортта нисә кеше һәм ерҙә нисә кеше һәләк булғаны билдәле түгел. Геркулес самолеты Суматра утрауында халыҡ йәшәгән Медан ҡалаһына ҡоланы. Һәләк булыусылар араһында хәрбиҙәр күп.
Ереванда ҡаршылыҡ акцияһын ойоштороусылар яңы хәрәкәт төҙөнө. Әлегә уның исеме билдәле түгел. Эш исемдә түгел, ә граждандар хәрәкәтен дөрөҫ ойоштороуҙа тигән акцияла ҡатнашыусылар. Улар хакимиәттәр алдында яңы талаптар ҡуйылыуы ихтимал тип тә белдерә. Энергияға хаҡтар артыуға ҡаршы булыусылар хәҙер 23 июнь демонстранттарға ҡаршы көс ҡулланған полиция хеҙмәткәрҙәрен яуапҡа тарттырыуҙы ла талап итә.
Ҡырымда ял итергә теләүселәр беҙҙең илдә көн һайын тиерлек арта. Коммерсант газетаһы яҙыуынса, социологик тикшереүҙәр ваҡытында халыҡтың 10 проценты быйыл ялға ярымутрауға барасағы тураһында белдергән. Былтыр ундайҙар 3 процент булған. Ҡырымға барыу өсөн яҡынса 24-30 мең һум аҡса кәрәк.