Өфөлә Беренсе май урамында газ шартлаған

Тулыраҡ: Өфөлә Беренсе май урамында газ шартлаған

Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Асыҡланыуынса, хужабикә газды тулыһынса һүндерелмәгән булған. Уяулыҡты юғалтыу шундай күңелһеҙ хәлдәргә килтереүе ихтимал. Бының менән мутлашыусылар ҙа файҙаланып ҡалырға тырыша.

Өфөлә мутлашыусылар үҙҙәрен газ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре итеп танытып оло йәштәге ҡатындың фатирына 6 меңә һумға янғын һәм газ еҫен иҫкәртеүсе 4 махсус ҡоролма ҡуйған. Ә ысыныда иһә бер датчиктың хаҡы яҡынса 200 һум. Ирина хәҙер ҡайҙа мөрәжәғәт итергә лә белмәй. Ике йәш егет Иринаның ҡәйнәһе 83 йәшлек Любовь Николаевнаның фатирына 6 мең һумлыҡ датчиктар ҡуя. Ә ысынында бындай датчиктың береүһе яҡынса 200 һум тора. Ялған белгестәр бының менән генә туҡтамай. Улар Любовь Николаевнаның күршеһенә лә үҙ хеҙмәтен тәҡдим итә. Әгәр ҙә был датчиктарҙы ҡуймаһағыҙ һеҙгә ҡарата енәйәт эше асыласаҡ, ти тә ҡурҡыта. Ялған газовиктар ниңәлер фатир хужаһының паспорт һәм башҡа документтарын фотоға төшөрөп ала һәм фатирҙан сығып китә.

Кискә иһә Илдар ... ниндәйҙер “Финанс кредит” тигән ойошма вәкилдәре шылтыратып кредит алырға тәҡдим итә. Ялған газовиктар ҡалдырған квитанцияларҙан күренеүенсә, был ойошма ниндәйҙер шәхси эшҡыуар Сибәғәтуллин Руслан Рәзәп улы исеменә теркәләгән. Әгәр ҙә интернетта шәхси эшҡыуар Сибәғәтуллин Руслан Рәзәп улы тип эҙләһәң, уның турала бер-нисә тиҫтә мәғлүмәт сыға. Иң ҡыҙығы ул газ өлкәһенән тыш шулай уҡ финанс һәм кредит, бәләкәй кредит ойошмалары һәм башҡа өлкәләге эштәр менән шөғөлләнә. Асыҡланыуынса, ялған ойошманың офисы төнгө клубта урынлаша. Тик хеҙмәткәрҙәр иһә был хәл буйынса аңлатма биреүҙән баш тартты.

Рәсми газ хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, һуңғы арала республикала ялған хеҙмәткәрҙәре һан арта. Газ торбалары, махсус датчиктарҙы тик шәхси теркәлгән ойошма ҡуя һәм тикшерелә ала. Ә республикала иһә ундай ойошма берәү генә. Газ датчиктары, төрлө электр ҡоролмалары һәм башҡа хеҙмәттәр. Ҡыҙғанысҡа, республикала халыҡты алдап аҡса эшләүселәр артҡан арта ғына бара. Шуға ла иң мөһиме иғтибарлы булырға ғына ҡала.