Өфөләге Колгуев биҫтәһендә йәшәүселәр йорт янында урынлашҡан 2-се поликлиниканың асылмауына зарлана. Ата-әсәләр сабыйҙарын икенсе райондарға йөрөтөргә мәжбүр. Ни өсөн поликлиника хеҙмәткәрҙәре пациенттарҙы һаман ҡабул итә алмай?Гүзәл Фатихова сабыйын поликлиникаға алып барыу өсөн икенсе районға йөрөргә мәжбүр. Яңы биҫтәлә поликлиника бар, әммә теүәл өс йыл ул эшләмәй.
Биҫтәлә күбеһенсә, йәш ғаиләләр йәшәй. Табипҡа эләгеү өсөн оҙон юл үткән әсәләр, балалары илау сәбәпле, кире әйләнеп ҡайтҡан осраҡтар ҙа бар, тип зарлана. Йорт янында ғына урынлашҡан поликлиниканың һаман эшләмәүе урында йәшәүселәрҙә күп һорауҙар тыуҙыра.2-се балалар поликлиникаһы күптән асылыр ине, ләкин уның баш табипы Эльвира Бикмәтова әйтеүенсә, учреждение хәүефһеҙлек талаптарына тап килмәй. Поликлиника балалар өсөн тәғәйенләнеп эшләнгәнгә күрә, яуаплылыҡ та күпкә ҙурыраҡ, тип һанай ул. Иҙәндәрҙең шыма булыуы, бүлмәләрҙең күбеһендә хатта ҡул йыуыу ҡабырсаҡтарының дөрөҫ урынлашмауы, коридорҙа электр сымдарының сығып тороу сәбәпле баш табип учреждениены ҡабул итеү актына ҡул ҡуймаған.
Пациенттарҙы ҡабул итеү бүлмәләренең бөтәһе лә әҙер. Мәҫәлән, бында ғына өҫтәл, ултырғыстар, хатта махсус ҡоролма үҙ урынында. Поликлиника хеҙмәткәрҙәре бөгөндән үк эшкә сыға алыр ине.Мәсьәләне хәл итер өсөн поликлиника баш табипы судҡа мөрәжәғәт иткән. “Северный стан” ремонт-төҙөлөш идаралығы поликлиника хеҙмәткәрҙәре менән риза түгел. Компания етәксеһе учреждениелағы ремонт бөтә талаптарға тура килә, тип белгертте.Әйткәндәй, республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы суд ҡарарынан һуң поликлиникалағы етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү өсөн аҡса бүлергә әҙер. Ә быға тиклем биҫтәләге йәш ғаиләләргә балаларын икенсе учреждениеға йөрөтөргә тура килә.