Уға ярашлы, сүп-сар менән эшләү тәртибенә ҙур үҙгәрештәр индерелә.
Мәҫәлән, быйыл Башҡортостан 5 зонаға бүленде һәм төбәк операторҙары һайлап алынды. Улар көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, уларҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк.
Коммуналь квитанцияларҙа “Ҡалдыҡтар” тигән пункт та барлыҡҡа киләсәк. Торлаҡ хужаларының үҙҙәренә лә сүп-сар туплау мәҙәниәтенә өйрәнергә тура киләсәк.
Бынан тыш, кешеләрҙең Ҡалдыҡтар тигән графаны арзанайтырға, шулай уҡ, был йүнәлештә аҡса эшләү мөмкинлеге бар.