Башҡортостан ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙер

Тулыраҡ: Башҡортостан ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙер

Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй хөкүмәтенең видеоселектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Унда төбәктәрҙең йылытыу миҙгеленә әҙерлеге, яғыулыҡ запасатары, энергетика объекттарының төҙөклөгө баһаланды.

Хөкүмәт вице-премьеры Виталий Мутко билдәләүенсә, 2019 йылда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтарын ике этапта арттырырға ҡарар ителде. 1 ғинуарҙан хаҡ 1,7 процентҡа, ә 1 июлдән тағы ла 2,4 процентҡа үҫә.

Яғыулыҡтар хаҡ артыу сәбәпле федераль үҙәктән төбәктәргә өҫтәмә ярҙам алыу мөмкинлеге бар тиелде кәңәшмәлә.