Дәғүәләр кире ҡағылды

Тулыраҡ: Дәғүәләр кире ҡағылды

Башҡортостанда хеҙмәттәшен көсләүҙә ғәйепләнгән полиция хеҙмәткәрҙәренә бәйле яңылыҡ киң мәғлүмәт сараларының иғтибар үҙәгендә ҡала. Бөгөн республиканың юғары суды 51 йәшлек Эдуард Матвеевҡа ҡарата ҡарарҙы үҙ көсөндә ҡалдырҙы. Уның адвокаттары ике айға ҡулға алыуға дәғүә белдергәйне. Ул Павел Яромчук һәм Ҡырмыҫҡалы районы эске эштәр идаралығы етәксеһе кеүек, енәйәт эшен тикшереү ваҡытында, тәфтиш изоляторында ҡаласаҡ.