Благовещен районы Яңы Благовещен ауылында юл булмау сәбәпле балалар инде бер ай уҡырға йөрөй алмай. Асыҡланыуынса, документ буйынса ауыл араларында юл бөтөнләй булырға тейеш түгел. Мәсьәлә нисек хәл ителер? Быйыл беренсе классҡа уҡырға барған ете йәшлек Малик Кобелевтың әсәһе хәҙер балаһын үҙе уҡытырға мәжбүр. Яңы Благовещен ауылында юл булмау сәбәпле, малай теүәл бер ай мәктәптә йөрөй алмай. Ауылда егерме йыллап йәшәгән ғаиләләр ҙә бар. Халыҡ әйтеүенсә, юл булмау сәбәпле, янғын һүндереү машиналары ла, тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәре лә ваҡытында килә алмай. Әйткәндәй, ауылда ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлгән осраҡтар ҙа бихисап. Яңы Благовещен ауылынан Трошкиноға тиклем юл юҡ. Төпкөл ауылда йәшәүселәр бер ҡайҙа ла сыға алмай, үҙҙәрен ҡамауҙа ҡалған кеүек хис итә. Юл мәсьәләһен урындағы прокуратура тикшерә башланы.Ауылға бындай юлдан еңел машиналар үтә алмай. Көҙгөһөн бысраҡ булыу сәбәпле техника батып ултыра. Урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, юл мәсьәләһе йылдар дауамында хәл ителмәй.Ауылда йәшәүселәргә бигерәк тә ҡышҡыһын ауырға тура килә. Сөнки юлды ҡар ҡаплау сәбәпле, уҡыусылар мәктәпкә бер нисә саҡырым атлап барырға мәжбүр. Халыҡ урындағы хакимиәткә даими мөрәжәғәт итә. Благовещен районы хакимиәте был мәсьәләне күҙ уңында тоторға вәғәҙә итте. Ҡышҡыһын юл ҡарҙан таҙартылырмы, юҡмы – уныһы әлегә билдәһеҙ. Беренсе класта уҡыусы Малик Кобелев иһә мәктәпкә барыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Уның ниндәй кеше булып үҫере хәҙер өлкәндәр ҡулында.
Ни өсөн уҡыусылар ыҙа сигеп белем алырға мәжбүр?
Тулыраҡ: Ни өсөн уҡыусылар ыҙа сигеп белем алырға мәжбүр?