Ниһәйәт, Башҡортостан етәкселеге был һөйләмдә тыныш билдәһен ҡайҙа ҡуйырға һайланы. Йәмәғәт транспорты эшмәкәрлегендәге үҙгәрештәрҙе халыҡ төрлөсә ҡабул итте. Пассажирҙарҙың ҡайһылары туҡталыштарҙа оҙаҡ тороуға зарланды, икенселәре легаль булмаған ойошмаларҙың юҡ ителеүенә шатланды. Ә бына эшһеҙ ҡалған ябай водителдәргә нимә эшләргә? Ғөмүмән, автобустарға ҡасан ҡытлыҡ бөтәсәк? Айрат Нәширбәнов пассажирҙар ташыу өлкәһендә үҙен һынап ҡарарға теләп, өр-яңы газель ала. Уны талаптарға ярашлы тулыһынса йыһазландырып, бөтә кәрәкле документтарҙы йыйғас, рейсҡа сыға. Әммә ике ай ҙа үтмәй, эш туҡтап ҡала. Айрат һымаҡ Өфө ҡалаһы һәм районын хеҙмәтләндергән 280-се һәм 284-се маршрут автобустарының башҡа водителдәре лә ошо уҡ хәлгә тап була. Рейд мәлендә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре уларҙы туҡтатып, штраф һала башлай. Асыҡланыуынса, уларҙың маршрут карталары ғәмәлдән сыҡҡан. Маршрут картаһы — автомобиль транспортына тәғәйен маршрут буйынса йөрөргә хоҡуҡ биргән мөһим документтарҙың береһе. Ул тендерҙа, йәғни конкурста ҡатнашып, еңгән пассажирҙар ташыусы ойошмаға ғына бирелә һәм бер тендерҙан икенсеһенә тиклем ғәмәлдә ҡала. Ә тап был водителдәр эшләгән ойошмаға ҡала хакимиәтенең транспорт бүлеге маршрут картаһын оҙайтырға вәғәҙәләп, ваҡытлыса ғына документтар бирә. Ә ысынында иһә, 280-се, 284-се маршруттар ҡала-тирәһен хеҙмәтләндергәнгә күрә, улар маршрут карталарын республиканың транпорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан алырға тейеш булған. Ә ҡала хакимиәте ни өсөн ҡала янында йөрөүсе автобустарға маршрут картаһын биргәнен аңлатыуҙан баш тартты. Ғөмүмән, пассажирҙар ташыу баҙарында 20 йыллап эшләгән был ойошма 120-нән ашыу водителде берләштерә. Үҙҙәренең техник хеҙмәтләндереү һәм диспетчер пункты, медицина кабинеты ла бар. Цәғни, һәр водитель рейсҡа сығырт алдынан махсус тикшереү үткән. Ғәҙәттә, маршрут водителдәре көн һайын медицина тикшеренеүе үтә. Ҡан баҫымы нормала булһа һәм спиртлы эсемлектәр эсмәгәне асыҡлағас ҡына, уға рейсҡа сығырға рөхсәт бирелгән. Тик бына хәҙер рөхсәтте ойошма етәксеһе бирмәй, маршрут картаһы ғәмәлдән сыҡҡас юридик шәхес булараҡ ойошма етәксеһенә штраф күләме лә артҡан. Хәҙер ул легаль эшләү яҡлы. Шуға ла водителдәр маршрут буйлап йөрөүен туҡтатҡан. Килеп тыуған хәл халыҡ өсөн ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Суровка, Михайловка ауылдарынан, Затон биҫтәһенән ҡала үҙәгенә һәм йәшел сауҡалыҡҡа эләгә алмағандарға, Башавтотранс 107-се маршурт аса. Тик уның йөрөү йышлығы һәм “Галле округы” туҡталышына тиклем генә барыуы кешеләрҙе ҡәнәғәтләндермәй.Пассажирҙар күп булғанға, Башавтотранс был йүнәлештә тағы ла өҫтәмә 10 ҙур автобус ебәргән. Шулай уҡ, уларҙың эш ваҡыты ла оҙайтылған. Әйтергә кәрәк, Өфө-Михайловка — бөгөнгә пассажирҙарҙы ташыу өлкәһендә ҡатмарлыҡтар булған төп дүрт йүнәлештәрҙең береһе. Әле транспорт мәсьәләһе хәл итеү юлында. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡала хакимиәтендә үткән осрашыуҙа маршрут автобустары мәсьәләһенә тағы ла бер туҡталды һәм чиновниктарҙы яуаплыраҡ булырға саҡырҙы. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, тендерҙың “үтә күренмәле”, асыҡ булмауы арҡаһында, күп кенә водителдәргә пассажирҙар ташыу менән ҡанунһыҙ шөғөлләнергә тура килгән. Властар бындай хәлдән сығыуҙың ике юлын тәҡдим итә. 2019 йылдың икенсе кварталында үткәреләсәк конкурста ҡатнашырға, йә легаль пассажирҙар ташыу ойошмаларына күсергә. 280,284-се маршрут водителдәрен дә Башавтотрансҡа эшкә саҡырғандар, тик улар тәҡдим ителгән хеҙмәт шарттары менән риза түгел. Әлбиттә, килем алыу – эшҡыуарҙарҙың төп маҡсаты. Өҫтәүенә, күптәрҙең автобустары кредитта. Ә артабан водителдәргә һайларға ғына ҡала: легаль рәүештә эшләргә, йә бөтөнләй был өлкәнән китергә, сөнки ҡанундарҙы боҙоусыларға ҡаршы көрәш тағы ла көсәйтеләсәк. Пассажирҙарға ла зарланырға күп ҡалманы. Ҡалала автобустарға ҡытлыҡ бөтәсәк, халыҡтың ихтыяжынан сығып, ошо ай дауамында йәмәғәт транспортының маршруты һәм теҙмәһе лә үҙгәртеләсәк. Пассажирҙар уңайлы, заманса, хәүефһеҙ автобустарҙа йөрөргә тейеш. Республика етәкселегенең төп маҡсаты шул.
Туҡтатырға ярамай йөрөргә
Тулыраҡ: Туҡтатырға ярамай йөрөргә