Өфөгә ШОС һәм БРИКС саммиттарын яҡтыртыу өсөн сит ил журналистары килә башланы

Тулыраҡ: Өфөгә ШОС һәм БРИКС саммиттарын яҡтыртыу өсөн сит ил журналистары килә башланы

Ҡытайҙың төп мәғлүмәт агентлығы Синьхуа хәбәрселәре 3 көн дауамында Республика тураһында материалдар йыя. Башҡортостан мәҙәниәте, йолалары, предприятиелар эшмәкәрлеге һәм саммиттарға әҙерлек барышы менән ҡытайҙар бөгөндән үк таныша ала. Сит ил журналистары менән хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов та осрашты.7-се синыфты ғына тамамлаған Алтынай Ғәйнуллина ҡытай телендә ирекле аралаша. Өфөнөң 39-сы һанлы мәктәп-гимназияһы уҡыусыһы уны ике йыл ғына өйрәнһә лә ҡыҙ хәҙер үҙ аллы уҡый-яҙа ла белә. Киләсәктә ул һөнәр үҙләштереп Ҡытайға барырға хыяллана. Ҡытай хәбәрселәре Өфө буйынса сәфәрен юҡҡа ғына был белем усағынан башламаны, гимназияла 5-6 синыфта уҡыусы 57 бала ҡытай телен өйрәнә. Сит ил хәбәрселәренең белем усағына килеп дәрес барышы менән танышыуы балаларға аралшып ҡалыу йәһәтенән дә ҡыуаныслы булды, улар аралашып үҙ белемдәрен дә баһалай алды.Ҡытайҙың Синьхуа мәғлүмәт агентлығы хәбәрселәре мәктәп музейында ла булды, Бөйөк Ватан һуғышына арналған стендтарҙы күреп, үҫеп килгән быуындың тарих менән ҡыҙыҡһыныуына хайран ҡалдылар. Аҙаҡҡы ваҡытта Рәсәй менән Ҡытай араһында хеҙмәттәшлек ептәре нығына бара. Ике ил араһында мөнәсәббәттәрҙең юғары кимәлгә етеүе тарихта беренсе тапҡыр ти Синьхуа агенлығының Мәскәүҙәге бюро етәксеһе Фань Вейго.ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышын яҡтыртыу маҡсаты менән килгән Ҡытай хәбәрселәре ҡунаҡтарҙы ҡаршылаусы ирекмәндәр менән дә осрашты. Улар инеп сыҡҡан арала сит ил ҡунаҡтарын башҡортса һаулыҡ ҡушырға өйрәтеп тә сығарҙы.Өфө юғары уҡыу йорттарында 30-ға яҡын ҡытай студенты белем ала, улар барыһы ла тиерлек саммиттарға йәлеп ителгән, 7-һе волонтерҙар исемлегенә яҙылған, тағы ла 22 студент тәржемәсе булып эшләйәсәк. Журналистар улар менән дә аралашып Башҡортостанда йәшәү, бында белем алыуҙары менән ҡыҙыҡһынды. Өфөлә күргәндәрҙең барыһын да улар үҙ редакцияларыфна ебәреп тора. Тимәк Ҡытай халҡы республиканы бөгөндән үк таныясаҡ, Ә самиттар ваҡытында 2 тиҫтәнән ашыу дәүләт Башҡортостан тураһында ишетәсәк.