Легендар «Карауанһарай» төркөмө солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рәсүл Ҡарабулатов үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан ул “Башҡортостан” концерт залында юбилей дуҫтарын йыйҙы. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында энә төртөр ҙә урын юҡ. Халыҡ йыр-моңға ғына һыуһамаған, яратҡан йырсыһын-Рәсүл Ҡарабулатов һәм легендар Ҡарауанһарай төркөмө егеттәре һәм уларҙың сығыштарын һағынған. Концертта бер нисә быуын тамашасылары яратып өлгөргән «Порт Артур», «Һылыуым», «Сайҡалалар кәмәләр», «Бөрлөгәнем», «Һағыныу йыры», «Һайра, һандуғасым», «Беззең ил», «Моңло курай», «Ел, ерәнем». йырҙар заманса аранжировкала яңғыраны. Рәсүл Ҡарабулатовтың концерты өлкәндәрҙе лә, йәштәрҙе лә артта хәтирәләргә алып килә.Икенсе бүлектә артистың ижадташ дуҫтары сәхнәгә сыҡты. Улар араһында башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Нәзифә Ҡадирова, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Ләйсән Шәрипова ла бар ине.Тамашасы «Карауанһарай» төркөмөн Рәсүл Ҡарабулатовһыҙ, ә йырсыны был легендар төркөмдән башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын,ти. Рәсүл Ҡарабулатов әйтеүенсә, профессионал булараҡ һәр ваҡыт үҫеш юлында булырға, үҙ өҫтөңдә эшләргә кәрәк. Ошо ваҡытта ғына һине уңыш көтә.
Рәсүл Ҡрабулатов үҙенең күркәм юбилейын билдәләй.
Тулыраҡ: Рәсүл Ҡрабулатов үҙенең күркәм юбилейын билдәләй.