Кем алдай уҡытыусымы әллә ҡыҙҙармы?

Тулыраҡ: Кем алдай уҡытыусымы әллә ҡыҙҙармы?

Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжының элекке 62 йәшлек уҡытыусыһы Рәмил Хайрльвариндан зыян күргән ике ҡыҙ полиграфта тикшереү үтте. Элек ошо уҡыу йортонда белем алған ҡыҙҙар Рәмил Хәйерльваринды бәйләнеүҙә ғәйепләй. Быға тиклем әлеге ваҡытта белем алған тағы ла ике ҡыҙ тәфтиш комитетына мөрәжәғәт иткәйне. Студенттар әйтеүенсә, күптәр уҡыуҙан ҡыуылыуҙарынан ҡурҡып, полиция хеҙмәткәрҙәренә ваҡытында ғариза яҙырға ҡурҡҡан. Әйткәндәй, Рәмил Хайрльварин колледжтан үҙ теләге менән эштән киткән. Енәйәт эше асылған.