Ҡорбан салыу һәм күҙ тейеүҙән ҡотолоу өсөн миллионлаған аҡса

Тулыраҡ: Ҡорбан салыу һәм күҙ тейеүҙән ҡотолоу өсөн миллионлаған аҡса

Үҙен хәҙрәт тип танытып йөрөүсе кешене байтаҡ аҡса түләүселәр мутлашыуҙа ғәйепләй. Ысын хәҙрәтте ялғанынан нисек айырырға? Республикала үҙҙәрен хәҙрәт тип танытып, кешеләрҙе алдаусылар бар. Дингә ышаныусыларҙың бер ҡатлылығын файҙаланып, улар күрһәткән ярҙамдары өсөн меңдәрсә генә түгел, хатта миллиондарса һум аҡса ала.

Тап ошондай ҡармаҡҡа эләгә лә инде был ғаилә. Беҙҙең телекомпанияға мөрәжәғәт иткән ханым үҙен хәҙрәт тип белдерткән кеше менән магазинда таныша. Уның менән тиҙ уртаҡ тел табыусы ағайға ҡатын бар проблемаларын һөйләй. Ханымдың кешегә тиҙ ышанып барыуын һиҙеп, сит кеше уға ярҙам итергә вәғәҙәләй. Асыҡланыуынса, үҙен хәҙрәт тип танытҡан оло кеше ярҙам ғына итмәй, хатта алда нимә булырын да күҙаллаған. Өҫтәүенә, ул ҡатынға төпсөк улы ла тиҙҙән аяҡтары ауыртып, инвалид ҡаласаҡ, тип фаразлай. Ышанған ҡатындан ул, мин уны дауалаясаҡмын тип йәнә өс йөҙ мең һум аҡса күсереүен һораған.

Зыян күреүсе ҡатын һөйләүенсә, ир нисектер кешенең психологияһына тәьҫир иткән. Үҙен хәҙрәт тип белдереүсе клиенттары менән телефон аша ғына яҙышҡан. Ғаилә ағзаларының, йәнәһе лә, юлы асылһын өсөн ул ҡорбан салдырырға тәҡдим иткән. Ҡорбан салыу, күҙ тейеүҙән ҡотолоу һәм ҡара энергияны юҡ итеү өсөн дә ул меңдәрсә һум аҡса һораған. Әйткәндәй, был ҡармаҡҡа бер нисә кешенең эләгеүе асыҡланды. Ике йөҙ мең һум аҡса биргән был ғаилә лә хәҙер алдашыусының үҙен дә күрә алмай, аҡсаһын да кире ҡайтара алмай интегә.

Хәҙрәтмен тип ышандырып йөрөгән ир менән осрашып булмаһа ла, зыян күреүселәрҙең туғандары уны видеоға төшөрә алған. Унын әйтеүенсә, үҙе Иглин районында утыҙ мең һумға ҡуртымға алынған йортта йәшәй, уның дүрт балаһы бар һәм ул яҡынса егерме-утыҙ мең эш хаҡына төҙөлөштә эшләй. Видеонан күренеүенсә, зыян күреүсе ҡатын иргә көн һайын тиерлек бер нисә мең һум аҡса ебәргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баш ҡала мәсеттәре хәҙрәттәре һүҙҙәренсә, бындай хәл беренсегә ҡабатланмай.

Үҙҙәрен дин юлында тип ышандырып, хатта ниндәй мәсеттә эшләүен һөйләп, аҡса эшләү юлын үҙ итеүселәр күп. Тик дингә ҡағылған бер нисә ҡағиҙәне мосолмандарға мотлаҡ белеү мөһим. Туғандарына ғына түгел, банкттарға ла ике миллион һумға яҡын бурысҡа батҡан ҡатындың улы хәҙер полиция хеҙмәткәрҙәренә һәм прокуратураға мөрәжәғәт иткән.