Бында йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәре эштәр барышы менән ҡәнәғәт түгел һәм яңы идаралыҡ компанияһына күсергә теләй. Әммә, төрлө сәбәптәр арҡаһында был килеп сыҡмай. Ғәмәлдәге “Адмирал” торлаҡ хужалары ширҡәтен яҡлаусылар ҙа бар.
Лифт эшләмәгәс Вера Ткаченкоға көн һайын бер-нисә ҡат йәйәү төшөргә һәм күтәрелергә тура килә. Сөнки, оло ханымға ейәнен балалар баҡсаһына йөрөтөргә, үҙенә лә дарыуханаға, кибеткә сығып килергә кәрәк. “Адмирал” торлаҡ хужалары ширҡәте 12 өйҙө хеҙмәтләндерә. Башҡа йорттарҙа ла ошондай хәл күҙәтелә. Подьезд ишектәре яҡшылап ябылмай һәм йыйыштырылмай.
Йорт 1993-сө йылда төҙөлгән. Был лифт бөтөнләй эшләмәй, быныһы көн аша йөрөй. Уныһында ла диуарҙары аҡтарылып бөткән, ә бында ҡалай ҡатылған. Адмирал Макаров урамында йәшәүселәрҙең бер өлөшө хеҙмәтләндереү менән бөтөнләй ҡәнәғәт түгел. Шуға күрә, улар йыйын уҙғарып, икенсе ойошмаға күсеү тураһында килешкән. Йәйгеһен ҡыйыҡтан һыу аға һәм подъезға төшә.
Торлаҡҡа яҡшылап ремонт та эшләнгәне юҡ, тип зарлана урындағы халыҡ. Яңыраҡ бер йорт вәкилдәре “Адмирал” торлаҡ хужалары ширҡәтенән сығып, хеҙмәтләндереү өсөн яңы ойошманы һайлап ҡуйған. Әммә, улар кеүек күсергә һәм яңы үҙгәрештәргә ҡаршы булыусылар ҙа бар. Ахыр сиккә еткән халыҡ көн һайын “Адмирал” торлаҡ хужалары ширҡәте тупһаһын тапай. Әммә, унда һәр ваҡыт вәғәҙәләр менән туйындыралар икән.
Хәбәрселәр килеүен белеп ҡалған етәкселәр нигәлер аралашырға теләмәне. Фатир хужалары Торлаҡ һәм төҙөлөш тармағын күҙәтеү буйынса дәүләт комитетына ла мөрәжәғәт итеп ҡараған. Әммә, август айынан бирле яуап булмаған. Белгестәр әйтеүенсә, Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа ошондай осраҡтар бихисап. Кешеләр торлаҡты хеҙмәтләндереүсе икенсе ойошмаға күсергә теләй, ләкин, уларға аяҡ салалар.
Бында мутлашыу ваҡиғаларына ла урын бар, тигән фекерҙәр яңғырай. Ә Адмирал Макаров урамындағы торлаҡ хужаларына хәҙер тейешле ведомствонан яуап көтөргә тура килә.