Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты яңы осоу аппаратын уйлап сығарған. Был аппарат квадракоптерҙан 3 тапҡырға бәләкәйерәк һәм уның пропеллерҙары ҡаплаулы.
Бындай сифаттар урмандарҙа, кеше барып етә алмаған урындарҙа, биналарҙың эсендә һәм ҡотҡарыу операцияларында аппарат менән ҡулланыуға мөмкинселек бирә. Осоу аппараты һынауҙар үтте. Әлеге мәлдә уның нәтижәлелеген арттырыу өҫтәндә эштәр алып барыла.
Артабан ул камера, тепловизор һәм төрлө датчиктар менән йыһазландыраласаҡ. Авиация университеты студенты уйлап сығарған проект 16 ноябрь “Смарт-төбәк” тип исемләнгән Бөтә Рәсәй форумында күрһәтеләсәк.