Кесаҙна һайын Башҡортостан хөкүмәте Инвестиция сәғәте уҙғарасаҡ. Был аҙнала ошондай тәүге ултырыш үтте. Маҡсаты – республиканың инвестицион әүҙемлеген арттырыу. 2017 йылда төбәккә йәлеп ителгән инвестициялар күләме 30 процентҡа кәмене. Республика етәксеһе Радий Хәбиров нвестиция проекттары системаһын яйға һалырға кәрәк. Реаль килемдәрҙе арттырырға тейешбеҙ, ә был маҡсатҡа инвестициялар йәлеп итеп, эш урындары булдырып ҡына ирешергә мөмкин тине. Аҙна һайын үткән йыйылышта бизнесмендар үҙ проекттарын тәҡдим итә ала, райондар менән Онлайн режимда һөйләшеү алып барыласаҡ.
Инвестиция сәғәте
Тулыраҡ: Инвестиция сәғәте