Сәләмәтлек сәғәте

Тулыраҡ: Сәләмәтлек сәғәте

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса үтәүсе Радий Хәбиров кесе йома һайын сәләмәтлек сәғәтен ойошторасаҡ. Уның тәүгеһендә видео селектор аша республиканың район хакимиәте башлыҡтары, Өфөнөң һәм райондарҙың һаулыҡ һаҡлау учреждениелары етәкселәре ҡатнашты. Башҡортостан ауылдарында кадрҙар булмауы сәбәпле 125 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләмәй. Радий Хәбиров “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программаһы үтәлеше менән дә ҡыҙыҡһынды. Башҡортостанда 2064 фельдшер-акушерлыҡ пунктының 125-е кәрәкле белгестәр булмауы арҡаһында эшләмәй. Уларҙың 72-һе — авария хәлендә, 152 фельдшер-акушерлыҡ пунктында шәфҡәт туташтары ғына эш алып бара. Пункттарҙың 80% ҡуртымға алынған биналарҙа урынлашҡан.