Өфөлә дөйөм ятаҡтар төҙөлә башлай

Тулыраҡ: Өфөлә дөйөм ятаҡтар төҙөлә башлай

2020 йылға Башҡорт дәүләт университеты студенттары яңы йәшәү урынын туйлар, тип күҙаллана. Әле сиратта меңдән ашыу мохтаждар бар. Быға аптырарға ла түгел, сөнки 45 йыллап яңы ятаҡтар бөтөнләй сафҡа индерелмәгән. Ә иң иҫке бина 60 йыл элек төҙөлгән. Бер университет, әммә төрлө факультетта һөнәр үҙләштергән ҡыҙҙарҙы ошо бүлмә берләштерә. Бергә йәшәгәс, дәрестәр ҙә бергә әҙерләнә, ял итеү шөғөлдәре лә уртаҡ. Был бүлмәлә лә бөхтә һәм яҡты, ҡыҙҙар йәшәгәнгә генә түгел, ә иң өлгөлөһө булғанға. Бына шулай йәшәгән урындарын тәртиптә тотҡан студенттар үҙ тырышлығы менән бүлмәләрен йыһазландыра ала. Ғөмүмән, дөйөм ятаҡтағы тормошто үҙ етәкселәре, үҙ ҡанундары булған бер дәүләт менән сағыштырырға мөмкин. Әммә күпме генә таҙартһаң да, 60 йыл элек төҙөлгән бина таушалып бөткән. Өҫтәүенә, студенттарға йәшәү урыны етмәй. Уларҙың һаны артҡандан-арта, ә баш ҡалала 1973 йылдан бирле дөйөм ятаҡтар бөтөнләй төҙөлмәй. Төп проблема ер һәм аҡса булмауына килеп терәлә. Һәм, ниһәйәт быйыл был мәсьәләләр хәл ителә. Башҡорт дәүләт университетына федераль бюджеттан 307 миллион һум аҡса бүленә. Төҙөлөшкә бүленгән ер урынында боронғо ҡәберлек булғанға күрә, ҡанундарға ярашлы, бында тәүҙә археологтар ҡаҙыу эштәре үткәрә. Әле тиҫтәнән ашыу ергә күмелеп һаҡланып ҡалған ҡомартҡылар сығарылған. Улар араһында беҙҙең эраның беренсе быуаттарында йәшәгән кешеләрҙең һөйәктәре, ҡоралдар һәм йорт-ҡаралты әйберҙәре. Бар экспонаттар ҙа артабан өйрәнелеп, музейға тапшылырасаҡ. Археологтар тикшеренеүҙәрен тамамлаған майҙанда төҙөүселәр эш башлай. Бында 560 урынға иҫәпләнгән дөйөм ятаҡҡа әле нигеҙ һалына 2020 йылға бында биш ҡатлы бина ҡалҡып сығасаҡ. Бейегерәк тә булыр ине, тик проект эшләнгәндә был урында биш ҡаттан да ҙурыраҡ бина төҙөргә ярамаған. Шуға университет етәкселеге тағы ла бер объектҡа дәүләттән финанстар алырға күҙаллана. Ул инде туғыҙ ҡатлы буласаҡ. Ә был тәүге корпус сафҡа индерелгәс, беренсе дөйөм ятаҡта йәшәгәндәрҙе шунда күсереп, 1959 йылғы бинала капиталь ремонт эшләнәсәк. Әле студенттар түҙемһеҙләнеп, яңы йорттарын көтә. Дөйөм ятаҡҡа сиратта торғандарҙың һаны әле меңдән ашыу. Планлаштырылған ике яңы корпус төҙөлөп, сафҡа индерелһә, университеттың бөтә студенттары ла йәшәү урыны менән тәьмин ителәсәк.