Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Туймазы районында эсәр һыу мәсьәләһен хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Шәмбе көнө эш сәфәре барышында Ғафур һәм Иҫке Туймазы ауылдарында йәшәүселәр проблема менән республика етәксеһенә мөрәжәғәт иткәйне. Радий Фәрит улы йомаға тиклем яуаплы етәкселәргә мәсьәләне хәл итеү буйынса аныҡ тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Табиптар һәм дарыуҙар мәсьәләһе йәнә иғтибар үҙәгендә. Радий Хәбиров эш сәфәрен Октябрьский ҡалаһының 1-се һанлы дауаханаһынан башланы. Республика етәксеһе хеҙмәткәрҙәр һәм пациенттар аралашып, дауалау учреждениеһының торошон үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Станционарҙа капиталь ремонт талап ителә, ә үткән быуат урталарында төҙөлгән хирургия корпусын бөтөнләй реконструкцияларға ваҡыт. Ҡаланың 2-се һанлы гимназияһы ла реконструкциялауҙы талап итә. Радий Хәбиров объектты республиканың адреслы инвестиция программаһына индереү мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты. Октябрский өсөн көнүҙәк объекттарҙың береһе – Ыҡ йылғаһы аша күпер. Башҡортостан менән Татарстанды тоташтырыусы объект авария хәлендә. Уны төҙөкләндереү ике төбәк өсөн дә мөһим. Кешеләрҙе борсоған мәсьәләләр менән Республика етәксеһе халыҡ менән күҙгә күҙ ҡарап танышты. Ул да булһа транспорт мәсьәләһе, Күп функциялы үҙәктәр эше, эш хаҡының ваҡытында түләнмәүе һәм алданған өлөшсөләр. Эш сәфәре сиктәрендә Радий Фәрит улы Туймазы районында ла булды. Бында көн үҙәгендә – эсәр һыу мәсьәләһе. Уның сифатына Ғафур һәм Иҫке Туймазы ауылдарында йәшәүселәр зарлана. Бүтән райондарға хас проблемалар бында ла асыҡ сағыла. Дауаханаларҙа табиптар етешмәүе, әйткәндәй ул төбәк кимәлендә әле хәл ителә башланы. Иҫке Собханғолда республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров балалар баҡсаһы һәм мәктәпте ҡараны. Ике объект та ремонт талап итә. Уларҙы яҡын арала тәртипкә килтереү бурысы ҡуйылды. Туймазылағы социаль объекттар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Радий Хәбиров 20-се һанлы балалар баҡсаһын һәм ҡалалағы иң оло белем усағын – 1-се һанлы мәктәпте ремонтлауға аҡса бүлергә вәғәҙәләне. Иҫкеләрен төҙөкләндереү менән бер рәттән Туймазыла яңы социаль объекттарҙы ла сафҡа индереү күҙаллана. Яҙға Сулпан-2 микрорайонында балалар баҡсаһы әҙер буласаҡ, ә көҙгә ҡалала балалар поликлиникаһы асылыр тип көтөлә.
Табиптар һәм дарыуҙар мәсьәләһе йәнә иғтибар үҙәгендә
Тулыраҡ: Табиптар һәм дарыуҙар мәсьәләһе йәнә иғтибар үҙәгендә