Өфөлә йәнә ер убылды

Тулыраҡ: Өфөлә йәнә ер убылды

Ғәҙәттән тыш ваҡиға ҡаланың Нижегородка биҫтәһендә теркәлә. Унға-ун метр ҙурлығындағы һәм метр ярым тәрәнлектәге соҡорға ике еңел автомобиль төшөп киткән. Һөҙөмтәлә һалҡын һыу үткәргес торбалары зыян күрә. Ҡотҡарыусылар билдәлеүенсә, эргә тирәләге йорттарға хәүеф янамай. Убылыу сәбәбен ҡотҡарыусылар асыҡлаясаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2016 йылдың ноябрендә Өфөлә карст убылыу сәбәпле бер еңел автомобиль ер аҫтына киткәйне. Машина эҙһеҙ юғала, уны бөгөнгәсә таба алмайҙар.