Улар араһында Ҡырмыҫҡалы районы Атйетәр ауылынан Илфат Ураҙбахтин да бар. Илфат Ураҙбахтин фермерлыҡ менән 2004 йылдан шөғөлләнә. Башлап киткәнендә 26 гектар ғына ере була. Һуңынан баҫыуҙарын арттыра барып 375 гектарға еткерә. Хәҙер унда барыһы ла үҫә тиерлек. Сәсеүлектәрҙең күп өлөшөн иген культуралары биләй.10 йылдан ашыу ваҡыт эсендә Илфат Ураҙбахтин мул уңыш та алған, ҡоролоҡ йылдарында осон-осҡа ялғап сыҡҡан ваҡыттары ла булған. Фермер иртәнге биштә уяна һәм төнгө берҙәр ҙә генә йоҡларға ята. Ер ялҡауҙарҙы яратмай, ти Илфат Ураҙбахтин.Илфат Ураҙбахтин бесәнен сабып, йөктәргә уратып ҡуйған да инде. Барлығы 140 тонна мал аҙығы туплаған.Әле йәй уртаһы ла етмәгән, Илфат Ураҙбахтин етерлек мал аҙығы әҙерләгән. Бесән эштәре дауам итә. Ҡалғанын ул эшселәренә таратасаҡ һәм сауҙаға сығарасаҡ.Илфат Ураҙбахтиндың өс эшсеһе бар. Улар уртаса 20 мең һум хеҙмәт хаҡы ала. Кешеләрҙең дә күңелен күреп эшләргә кәрәк, ти фермер.Ауыл ерендә тыуып-үҫкән кешегә ер эше ят түгел. Ҡырмыҫҡалы районы Атйетәр ауылынан Илфат Ураҙбахтиндың да киләсәккә пландары бихисап. Шуларҙың береһе малсылыҡ менән шөғөлләнеү. Ошо маҡсатта ул Ауыл хужалығы министрлығына бизнес-план яҙып тапшырған һәм грант отҡан. Гранттар өсөн Федераль бюджеттан 108 миллион һум аҡса бүленде. Был беренсе транш булып тора. Ә барлығы ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү маҡсатында 365 миллион һум йүнәлтеү ҡарала. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов та фермер хужалыҡтарына ярҙам итеү ауылдарҙың үҫешен тәъмин итәсәк, тигән фекерҙе күп тапҡырҙар яңғыратты.Башҡортостан фермерлыҡ хужалыҡтары буйынса Рәсәйҙә алдынғы төбәк булып тора. Республикала 6 меңгә яҡын крәҫтиән-фермер ойошмаһы бар. Уҙған йылда улар 1 миллиард һумға яҡын тауар етештергән. Быйыл 5 айҙа 6 мең тоннанан ашыу ит, 36 мең ярым тонна һөт, 5 миллион берәмек йомортҡа сығарған.
,,Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары нигеҙендә малсылыҡ фермаларын үҫтереү маҡсатлы программаһы сиктәрендә Башҡортостан фермерҙарына гранттар тапшырыла
Тулыраҡ: ,,Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары нигеҙендә малсылыҡ фермаларын үҫтереү маҡсатлы программаһы сиктәрендә Башҡортостан фермерҙарына гранттар тапшырыла