Станция Белорет районында урынлашҡан. Уның ярҙамында республикала йәшәүселәр телеканалдар эфирҙарын юғары сифатта ҡарай аласаҡ. Күрһәтелгән хеҙмәттәр түләүһеҙ. 75 метр бейеклектәге ҡоролма беренсе мультиплексҡа ингән ун канал тапшырыуҙарын трансляциялау мөмкинлеген бирә. 2009-сы йылда Рәсәй президенты Владимир Путин “2009-2015 йылдарға Рәсәйҙә телерадиотапшырыуҙар үҫеше” федераль программаһына ярашлы 2015 йылға тотош Рәсәй биләмәһен цифрлы телевидение менән тәьмин итеү бурысын ҡуйғайны. Уға ярашлы, Бөтә Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының тәжрибәһе һәм техник мөмкинлектәре төбәк телеканалдары ойоштороуға нигеҙ буласаҡ.Шулай итеп, Белорет ҡалаһында һәм эргә-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн мәғлүәм алыуҙа яңы мөмкинлектәр асыла. Ошондай станциялар республика буйынса 216 урында төҙөләсәк. Илдә телеканалдар бер-нисә мультиплекста берләшәсәк. Мультиплекс-ул бер йышлыҡта тапшырылған телеканалдар йыйылмаһы. Ә элек 10 телевизион канал өсөн шунса уҡ йышлыҡ кәрәк булыр ине. Шулай итеп республика телевидениеһы- яңы- һанлы тапшырыу дәүеренә күсә. Һанлы телевидение социаль проект. Тимәк ул түләүһеҙ буласаҡ. Ғинуар айынан Рәсәй-Башҡортостан каналы тәүгеләрҙән булып цифрлы ҡорамалдарҙа эшләй башланы. Һанлы тапшырғыс- ул юғары сифатлы һүрәт кенә түгел, ә каналдар артыуы һөҙөмтәһендә күберәк мәғлүмәт алыу, һәм башҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү сараһы ла. Һәм бөгөнгө көндә Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы һәм уның филиалы булған Рәсәй-Башҡортостан телеканалы замана талаптарына тулыһынса яуап бирә.
Башҡортостанда һанлы телевидение сигналдарын тапшырыусы тәүге ҡоролма эш башланы
Тулыраҡ: Башҡортостанда һанлы телевидение сигналдарын тапшырыусы тәүге ҡоролма эш башланы